Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының билдәле актёры Заһир Вәлитовҡа тантаналы рәүештә мемориаль таҡтаташ асылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2019 йылдың февралендә баҡыйлыҡҡа күсте.
Таҡтаташ Ғафури урамында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты йәшәгән 48-се йортҡа ҡуйылды.
Иҫтәлекле таҡтаташҡа Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» автобиографик повесынан юлдар яҙылған: «Донъяның ярҙары икәү. Уларҙың береһе – фанилыҡ, икенсеһе – мәңгелек, ә уртанан Замана аға...». Ошо әҫәр буйынса спектаклдә Заһир Вәлитов Шағир ролен уйнаны һәм әлеге роль өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды.
Сараны асыу тантанаһында власть органдары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, театр йәмәғәтселеге, Заһир Вәлитовтың коллегалары һәм туғандары ҡатнашты.
https://www.bashinform.ru/news/1523080-v-ufe-otkrylas-memorialnaya-doska-akteru-zagiru-valitovu/