Төбәк брендтарының «Рәсәй тәмдәре» беренсе милли конкурсына Башҡортостандан 26 ғариза ебәрелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Волга буйы федераль округынан бөтәһе 100 ҡатнашыусы, уларҙың күпселеге – «Тәм-том», «Ит», «Һөт ризыҡтары» категорияларында. Конкурста үҙенең бауырһағы менән Федоровка районы «Бүләк» ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҡатнаша. Бауырһаҡ – татлы милли ризыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: уны ҡыҙҙырыу өсөн малдың эс майы һәм иретелгән май файҙаланылған.
Шулай уҡ конкурста Бөрйән солоҡ балы, башҡорт крем-балы, ҡорот, ҡаҙы, талҡан, ҡаҡланған дөйәғош ите, Ҡариҙел үләндәре, сырҙар, минераль һыуҙар ҡатнаша.
19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем халыҡ тауыш бирә, комиссия төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең дә ҡатнашыуын иҫәпкә ала. Еңеүселәр декабрҙә иғлан ителә.
https://www.bashinform.ru/news/1522984-bashkirskiy-baursak-uchastvuet-v-konkurse-vkusy-rossii-mozhno-golosovat-za-svoi-brendy/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы