+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 18:03

Республикала йәшәүселәр Ҡыш бабайҙы тыуған көнө менән ҡотлай ала

18 ноябрҙә Рәсәйҙә Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн билдәләйҙәр. Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн осраҡлы һайламағандар, сөнки тап 18 ноябрҙә уның биләмәһендә — Бөйөк Устюгта — ысын ҡыш башлана. Ә 1999 йылда Бөйөк Устюг рәсми рәүештә Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған төйәге тип аталды.

Унда был байрамға айырыуса ныҡ әҙерләнәләр. Был көндө Ҡыш бабайға ҡотлау ебәреү өсөн махсус почта йәшниге асалар. Урындағы балалар ҙа, килгән туристар ҙа был мөмкинлектән ихлас файҙалана. Хәҙерге Ҡыш бабай заман менән бергә атларға тейеш, шуға ул яңы технологияларҙы ла үҙләштерә — хәҙер балаларҙан хаттарҙы ул электрон почта аша ла ҡабул итә, өҫтәүенә социаль селтәрҙә блог алып бара һәм коллегалары менән кеҫә телефонынан аралаша. Уны тыуған көнө менән ҡотларға бик күп туғандары һәм коллегалары — Финляндиянан Санта-Клаус, яҡут Ҡыш бабайы Чмсхан, Карелиянан Паккайне, Чехиянан ҡышҡы әкиәтсе Микулаш, Костроманан Ҡарһылыу, шулай уҡ Вологда, Мәскәү, Түбәнге Новгород һәм башҡа ҡалаларҙан рәсми делегациялар килә. Бөйөк Устюгтың үҙәк майҙанында был көндө төрлө байрам саралары ойошторола, һәм, йола буйынса, тәүге яңы йыл шыршыһында уттар ҡабыҙыла. Ошо байрамдан һуң Ҡыш бабай Рәсәй ҡалалары буйлап юлға сыға һәм һәр береһендә балалар менән бергә яңы йыл шыршыларында уттар ҡабыҙа.
Башинформ мәғлүмәт агентлығы
http://www.bashinform.ru/news/
Теги: Ҡыш бабай, Яңы йыл
Читайте нас: