+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 15:00

«Кәрим Хәкимовтың тере китабы».

Башҡортса комикстар

Башҡортостан китапханалар Ассоциацияһында белем биреү ысулын, комикстар рәүешендә ҡулланырға булдылар. Республикала беренсе комикс «Әбдел-Ғәзиз һәм Кәрим: заман геройы» тип атала. Әлеге мәлдә ул 3160 дана баҫылған. Һәр китапхананың үҙ фондына башҡорт һәм рус телендә берәр дана бүленгән.
Проект авторҙарының маҡсаты — Башҡортостан Республикаһының китапханаларына йәштәрҙе йәлеп итеп башҡорт телен популярлаштырыу.
2020 йылдың 20 ноябрендә 16:00 сәғәттә «Кәрим Хәкимовтың тере китабы» проектының презентацияһы үтәсәк. Был презентация совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыллығына арналған һәм унда Камил Буҙыҡаев менән «Муха» студияһының ижади төркөмө ҡатнаша.
Коронавирус инфекцияһына бәйле, презентация дистанцион технологиялар ҡулланып үткәрелә. Youtube каналында тура трансляция ҡаралған. Презентацияға тоташыу өсөн һылтанма: https://youtu.be/DT2KIND9d44
Трансляцияға Башҡортостандан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡатнашырға теләүселәрҙе саҡырабыҙ.
Был проектты Башҡортостан китапханалар Ассоцияцияһы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Грант аҡсаһына тормошҡа ашыра.
https://kurultai.ru/ba/content/1609-bashkirskie-komiksy-zhivaya-kniga-karima-khakimova/
Читайте нас: