+1 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 17:00

Өфөнөң көнсығышында ҡатлы-ҡатлы тарих

Уҙған аҙнала Өфөнөң Көнсығыш юлын төҙөү барышында юлсылар археология ҡомартҡыһына тап булған. Әлеге ваҡытта объекттарҙы Мәскәүҙән килгән белгестәр өйрәнә. Тикшеренеүҙең тәүге һөҙөмтәләре менән улар беҙҙең менән уртаҡлашты.

Уҙған аҙнала Өфөнөң Көнсығыш юлын төҙөү барышында юлсылар археология ҡомартҡыһына тап булған. Әлеге ваҡытта объекттарҙы Мәскәүҙән килгән белгестәр өйрәнә. Тикшеренеүҙең тәүге һөҙөмтәләре менән улар беҙҙең менән уртаҡлашты.
«Әле Өфөлә һуңғы унлаған йылда булмаған ҡаҙыныу эштәре бара. Табылғн археология ҡомартҡыһы бик ҡыҙыҡлы һәм күп ҡатлы булып сыҡты. Тәүге ҡатында—неолит осорондағы әйберҙәр, балсыҡ һәм ҡуланан (бронзанан) эшләнгән көнкүреш ҡоралдары. Беҙҙеңсә, алты мең йыл элек бында торлаҡ пункты уҡ булмаһа ла, балыҡсылар туҡтар урын булған. Аҙаҡ ер ҡатламында етенсе быуат торлаҡ пунктының тарихи объекттары табыла. Беҙ был торлаҡты имәнкиҫкә мәҙәниәтенә ҡаратабыҙ. «Өфө-II» ҡаласығында ла тап шул цивилизация ҡомартҡылары табыла, әммә ундағы артефакттары төрлө дәүер һәм мәҙәниәттәрҙең ҡатышмаһынан ғибәрәт булһа, Көнсығыш юлында табылғандары—таҙа килеш имәнкиҫкә ҡомартҡылары булып һаҡланған. Унда уҡ башаҡтары, һағауҙар, бағаналар, ҡаптырмалар табыла. Юғарыраҡ ҡатламда беҙ аҙ булһа ла Алтын Урҙа заманы әйберҙәрен табабыҙ, улар: тамғалар төшөрөлгән йөҙөктәр һәм Үзбәк хандың көмөш тәңкәһе. Аҙаҡ беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һуңғы объект килә—ул XVIII быуаттың тәүге яртыһынан йорт нигеҙҙәре, Петр Беренсе заманы аҡсаһы, балыҡ тәңкәләре. Ошо әйберҙәргә нигеҙләнеп, был урында балыҡсылар ауылы һәм үткенселәр менән сауҙа нөктәһе булған тип әйтергә була. Был ауыл бик уңышлы урында, үҫеп кенә килгән Өфө ҡалаһына ҡарай барған юл буйында урынлашҡан. Табылған ҡомартҡыларҙы халыҡ яҡын арала күрә алыр, тип ышанабыҙ»,- тип һөйләне Рәсәй фәндәр академияһының Археология институты ғилми хеҙмәткәре Олег Радюш.
Ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм күргәҙмәлә урынлаштырыу перспективаларын «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова белдерҙе.
«Мәскәү белгестәре өйрәнгән материалдар «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығының фондтарына даими һаҡлауға тапшырыласаҡ, улар беҙҙең күргәҙмәлә лайыҡлы урын алыр. Был ҡомартҡылар киң йәмәғәтселек иғтибарына эләкһен өсөн, «Боронғо Өфө» археология паркының һәм археология депозиторийының төҙөлөшөн тиҙләтергә кәрәк»,— тип белдерҙе Гәүһәр Батталова.
https://kurultai.ru/ba/content/1608-mnogoslojnaya-istoriya-na-vostoke-ufy/
Читайте нас в