+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 15:30

Башҡортостанда Мәскәү башҡорттары мәҙәниәте көндәре үтәсәк

Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре 21 ноябрҙә уҙғарыла.

Саралар онлайн рәүештә үтәсәк.
Программа өс өлөштән тора.
Уның тәүгеһе Башҡорт теле йылына арнала. «Башҡорт теле мегаполиста: тенденциялар һәм перспективалар» түңәрәк өҫтәлендә рәсми кешеләр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнаша. Ҡатнашыусылар алдында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Андрей Федоров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына нигеҙ һалыусы һәм тәүге рәйесе Рәйсә Сырлыбаева һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.
Был көндә, шулай уҡ, башҡорт халҡы мәҙәниәте һәм йәмәғәт тормошона тос өлөш индергән әүҙемселәр тәбрикләнәсәк, милли кейем, тирмә алыу өсөн сертификаттар тапшырыласаҡ. Сараларҙың тәүге өлөшө Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе ҡоролтайына штандарт тапшырыу менән тамамлана.
Икенсе өлөштә зум-сессия үткәреү ҡаралған- был Мәскәү башҡорттары тарафынан ойошторолған ҡыҫҡа ғына лекциялар. Спикерҙар араһында — М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина, билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков һәм башҡа шәхестәр.
Мәҙәниәт көндәренең өсөнсө өлөшөндә- үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары концерты трансляцияһы. Һәүәҫкәр артистарҙың сығышын Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының ютуб каналында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: