+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 14:45

"Көлмәгеҙ, мин үләм” спектакленең премьераһы булды

“Нур” театры яраткан тамашасыһына матур премьера әҙерләне. 13 ноябрҙә, Мансур Ғиләжев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Көлмәгеҙ, мин үләм» спектакленең премьераһы үтте.

Комедияны сәхнәгә ҡуйыу өҫтөндә баш режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин, рәссам Даян Тувалев, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, хореограф - Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмизә Мөхәмәтшина ҡуйҙы. Спектаклдә Марат Хәсәнов, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Миңнинур Сәйетова-Ғиззәтуллина, Ирина Ғәниева, Эльмир Хәйертдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Шәрәфетдинов, Фәнил Ғәйзетдинов, Илшат Салауатов, Вадим Хәйруллин һәм Айгөл Юнысова ҡатнашты.
Спектакль береһен дә битараф ҡалдырманы. Тамашасылар көлдө, геройҙар өсөн ихластан көйҙө һәм тын да алмайса сиселеш көттө.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: