+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2020, 20:45

Ғәйнә башҡорттарына шәжәрә төҙөргә махсус пособие ярҙамға килә

Пермь өлкәһендә булып үткән түңәрәк өҫтәлдә «Пермь өлкәһенең мәҙәни байлығы Урал башҡорттары» ғәйнә башҡорттары этнографияһы буйынса махсус брошюраға йыйылған яңы методологик материалдар тәҡдим ителде.

Был брошюраның һәм Пермь өлкәһендә йәшәүсе башҡорт ырыуҙары картаһының презентацияһын Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин үткәрҙе.
«Был беҙҙең эштәребеҙҙең тәүгеһе генә түгел, әммә был юлы беҙ ошондай үҙенсәлекле ҡыйынлыҡтар менән осраштыҡ — ғәйнә ырыуы башҡорттары тураһында этнографик материалдар артыҡ күп булып сыҡты. Беҙҙең маҡсат ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп ғәйнә башҡорттарының мәҙәниәтен, һөйләшен һәм тарихын яҡтыртыу ине. Был брошюраны ҡулына алып ҡарағас та, кеше үҙенең шәжәрәһен нисек төҙөргә, тамырҙарын табыу өсөн Өфөлә һәм Пермдә ҡайҙан мәғлүмәт эҙләргә белергә тейеш. Был брошюрала беҙ картографик мәғлүмәттәр ҙә килтерҙек», - тип һөйләне Рәфил Аҫылғужин.
Рәфил Аҫылғужин үҙенең сығышында Ғәйнә башҡорттары һөйләшенең башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының бер өлөшө булараҡ мәғариф системаһында үҙ урынын алырға тейеш, тигән фекерен дә белдерҙе. Мәҫәлән, Барҙа ауылының йәкшәмбе башҡорт мәктәбенең уҡыу программаһына ошо һөйләш тураһында мәғлүмәт индерелһә, йәштәргә артабан үҙҙәрен ҡайһы милләт вәкиле икәнен теүәл аңларға ярҙам итер ине, тип һанай Рәфил Аҫылғужин.
https://kurultai.ru/ba/content/1599-gajninskie-bashkiry-smogut-sostavit-shezhere-po-speczialnomu-posobiyu/
Читайте нас: