-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2020, 10:05
ҠЫШҠЫ ТӘБИҒӘТ
Лира Хәбибуллина
Бигерәк һоҡланғыс була
Беҙҙә ҡышын тәбиғәт.
Аҡ ҡар ҡаплай бөтә ерҙе,
Саф һауа йәнгә рәхәт.
Һыуыҡта атлағанда, ҡар
Аҙым һайын шығырлай.
– Шәп атламаһаң, туңдырам, –
– Тигән кеүек шыбырлай.
Ағастарҙы ҡаплаған бәҫ
Ынйы кеүек ялтырай.
Халыҡ һынамыштарында
Бына нимә бәҫ юрай:
Төндә ағасҡа бәҫ төшһә,
Көндөҙ ҡояшлы булыр.
Әгәр ҡышын бәҫ күп булһа,
Йәйен ҡорт бал күп йыйыр.
Ҡышын һыуыҡ булһа, йәйен
Игендәр бик шәп уңыр.
Ә йондоҙло күк төндәрен
Көн һыуытыуға булыр.
Көн йылыға тартыр булһа,
Тоноҡ яна йондоҙҙар.
Болот та юлланып торһа,
Күп көттөрмәҫ аҡ ҡарҙар.
Лира Хәбибуллина
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"