+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2020, 17:00

ФЕЛТИНГ

Фелтинг тип аталған күҙҙең яуын алырлыҡ матур әйберҙәр яһаусы ҡул эштәре тарихына байҡау яһаһаң, ул бик борон, 16-сы быуаттарҙа, күсмә халыҡтар мәҙәниәте булараҡ барлыҡҡа килгән. Бәй, һуң был бит беҙҙең милли шөғөлөбөҙ!Дауамы сайтта

Фелтинг – йөндән әүәләп төрлө әйберҙәр, уйынсыҡтар эшләү. Уның дымлы әүәләү һәм ҡоро әүәләү тигән төрҙәре бар. Тәбиғи экологик таҙа материалдан эшләнгән йөн әйберҙәр кешене дауалау көсөнә лә эйә. Уның дауалау ҡиммәттәрен белергә кәрәк: йөрәк, тире ауырыуҙарын, тын юлдары һәм быуын сирҙәрен еңеп була икәне билдәле.Халҡыбыҙҙың кейеҙ әйберҙәре-нәҡ бына ошо фелтинг инде.Кейеҙ өсөн мотлаҡ көҙгө йөн алына. Яҙғы йөн, йәғни баҡта, күберәк иләү-бәйләүҙә ҡулланыла, түшәк-юрған, арҡыры юрған яҙғы йөндән эшләнә. Түшәк кейеҙе баҫҡанда, йомшаҡ булһын өсөн, аҫлы-өҫлө ике ҡатлам көҙгө йөн араһына ҡабарып торған яҙғы йөндө йәйеп ҡалдырғандар. Юрған өсөн яҙғы йөндө алдан йыуып, тетеп әҙерләһәләр, кейеҙ өсөн алынған көҙгө йөн бөтөнләй йыуылмай. Бары тик сүп-сарҙан ентекләп таҙартылып, яҡшылап тетелә.Элегерәк тик тәбиғи буяуҙар ҡулланылған. Хәҙер инде йөн әүәләргә яратыусылар өсөн йәнең теләгән төҫлө буяуҙы ла, төрлө төҫтәргә буялған йөндө лә магазинда һатып алырға мөмкин.Фелтингта тәбиғи буяуҙар ҡулланылмай тиерлек, ләкин синтетик анилин буяуҙарҙың артыҡ сағыу булыуы халыҡсан зауыҡҡа, төҫ ҡабул итеү самаһына тура килеп бөтмәй. Боронғо кейеҙҙәргә һалынған биҙәктәр артыҡ сағыу булмаған, оҫталар оҙаҡ уңмай торған ҡуңыр, йәшкелт, һары, ҡыҙғылт төҫтәрҙе хуп күргән. Кесерткән япрағын ҡайнатып йәшел буяу алғандар, урман сәтләүеге ҡабығын ҡайнатып ҡуңыр төҫ табылған, ялан мәге менән ҡына үләне ҡыҙғылт төҫ биргән, һуған ҡабығы төнәтмәһе йөнгә һары буяҡ булып һеңгән.Буяу кейеҙгә таралып, төҫө сығып тормаһын өсөн, яңы буялған йөндө тәүҙә йылы һыуҙа йыуып, шунан кинәт ныҡ һалҡын һыуға тығалар, шунан аш һеркәһе ҡушылған һыуҙа сайҡап алалар ҙа еләҫтә генә яҡшылап киптерәләр.“Кейеҙ” тигән саҡта бөгөн “башҡорт кейеҙе” тип әйтәбеҙ, тимәк, уның этник күренеш, милли ҡаҙаныш икәнен дә онотмайбыҙ.Башҡорт юлға сыҡһа, бер ҡасан да кейеҙен ҡалдырмаған — ергә түшәп ятһа, уға йылан йәки төрлө бөжәк яҡын килмәгәнен белгән. Хатта йыртҡыс хайуандар ҙа кейеҙгә уранып ултырған кешегә теймәй икән. Һарыҡ йөнөнән баҫылған кейеҙҙе тергеҙеү — халҡыбыҙҙың һаулығы һәм тормошо тураһында хәстәрлек ул.М.Ҡыҙрасова әҙерләне
Читайте нас: