*Ноябрь айы атамаһы латин һүҙенән алынған (novem – “туғыҙ”). Йыл башы март булған осорҙа ноябрь туғыҙынсы ай булған. Ҡырпаҡ ҡар яуып, иремәй ятҡан айҙы башҡорттар ҡырпағай тип атағандар.
Аҡ ҡар яуғас, шатландылар,
*Ер шарында йәшәгән 8 миллиардҡа яҡын халыҡтың яртыһы ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ҡар күргәне юҡ.
Ҡар бөртөгөнөң 95%-ын һауа тәшкил итә.
Ҡыш башында ҡар күп яуһа, йәй башында ямғыр күп яуасаҡ.
Мәғлүмәт Лира Хәбибуллинаның “Тыуған яғым – Башҡортостан” китабынан алынды