+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2020, 12:00

ҺӨЙӨНСӨ!

Яңы китап сыҡты!

Ошо көндәрҙә генә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысованың «Илһамлы яҙмыштар» («Вдохновенные судьбы») тип исемләнгән публицистик йыйынтығы баҫылып сыҡты. Был йыйынтыҡҡа яҙыусының төрлө йылдарҙа гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан республикабыҙҙың күренекле шәхестәре менән әңгәмәләре, очерктары, хәтирәләре тупланған.Халыҡсан һутлы тел менән ижад ителгән мәҡәләләрҙә яҙыусы донъяға саф күңел, асыҡ ҡараш менән бағып, тормошто тасуирлай, оло һығымталар яһап уҡыусы күңелен яулай. Уның геройҙары тыуып торған төрлө сетерекле, киҫкен мәлдәрҙе айыҡ аҡыл, сабырлыҡ менән еңә баралар, уларҙың эске кисерештәре ҡапма-ҡаршылыҡтар, даими эске көсөргәнештәр аша яҡтыртыла. Был баҫмаға ингән мәҡәләләр үҫеп килеүсе йәш быуындың зауығын ҡандырыр һәм мәҡәләләрҙең тәрбиәүи әһәмиәте көслө булыр тип ышанабыҙ!Китап Башҡортостан Республикаһының милли әҙәбиәт музейының Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтен үҫтереү Фонды үткәргән Гранттар конкурсында еңгән «Илһамлы яҙмыштар» («Вдохновенные судьбы») проекты (проект авторы - Илүзә Шәйәхмәтова) сиктәрендә донъя күрҙе. Был Фонд төбәктең граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән коммерция булмаған ойошмаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе маҡсат итә. Ярҙам субсидиялар һәм гранттар формаһында тормошҡа ашырылып килә.
Читайте нас: