+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 12:00

Тормошобоҙ әйткән һүҙҙәргә бәйле

- Аҡсам юҡ - тиһәгеҙ

- Аҡсам юҡ - тиһәгеҙ, аҡсағыҙ булмаясаҡ, аҡсам килеп етмәгән һ.б. тиегеҙ.- Китәм - тимәгеҙ, ҡайтам, барам, етеп барам һ.б, тиегеҙ, киткәндәр - әхирәт донъяла ята.- Ашап туйҙым - тимәгеҙ, башҡа тамағығыҙға аш бармауы бар, туҡландым, ашығыҙ тәнемә дауа бирһен, һ.б.- Кешеләрҙе ҡарғамағыҙ - ҡарғыш насарлыҡҡа, күңелде ҡатыра, уҫаллыҡҡа, кешеһеҙлеккә килтерә.- Күп һүҙ — һине ау урынына сырмай.- Йомшаҡ, яғымлы, мөхәббәтле һүҙҙәр һөйләгеҙ, аурағыҙ нығыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ шат, йәнегеҙ тыныс булыр.- Ауыр, нахаҡ һүҙҙәр — йөрәккә бысаҡ, уҡ, һөңгө булып ҡаҙала.- Һүҙҙәр юлдарҙы яба, ҡайғыға һала.- Һүҙҙәрҙең көсө — атомға тиң.- Әсәй - Атайҙарға әйткән ауыр һүҙҙәр, беҙгә ауыр тормош бирә.- Был донъяла берәү ҙә бәхеттең ете күгендә булмай, әгәр ҙә әйткән һүҙенән ғәфү үтенмәһә.- Кешеләрҙең бәхетле тормошо - йөрәгендә урынлашҡан.- Насар өйҙә, аслы-туҡлы йәшәгәндәрҙең бәхетлеләре бар, сөнки Аллаһы Тәғәләм уларҙың йөрәктәрен аса.- Был донъяға беҙ эшләнеп бөтмәгән эшебеҙ, аманатыбыҙ өсөн ҡабат тыуғанбыҙ.- Кешелек донъяһы — тәбиғәтте һаҡларға, татыу, мөхәббәтле йәшәргә, тәүфиҡле балалар үҫтерергә, иманлы булырға тейеш.- Мин! - тимәгеҙ, Аллаға Шөкөр, тип әйтегеҙ.(Зәкинә Ханым)
Читайте нас: