“…Бәләкәй ҡапҡа шар асылып китте. Тәүҙә Мортаза ағайым күренде. Унан ап-аҡ ат килеп инде. Атлап түгел, бейеп инде. Ергә баҫып килмәне ул, күктән осоп төштө, бөтә нәмә яҡтылыҡҡа сумды, уның ҡуйы оҙон ҡойроғонан, туҙғаҡ ялынан, әйтерһең, ап-аҡ нурҙар ергә ағыла. Шулай итеп керҙе беҙҙең ҡураға, беҙҙең донъяға ат сифатындағы илаһи бер йән эйәһе…”