+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 10:55

Өфө йәнһүрәте еңеү яуланы

Ҡаҙағстандың Нурсолтан ҡалаһында үткән AMEN Animation film festival Халыҡ-ара анимация фильмдары фестивалендә Ә.Абдразаҡов исемендәге

“Башҡортостан” киностудияһы режиссеры Рим Шәрәфетдинов “Иң яҡшы режиссер эше” призын яуланы. Был бүләк уға “Рәссам ҡағиҙәләре” исемле фильмы өсөн тапшырылды.
Рим Шәрәфетдинов – режиссер, сценарист, ҡуйыусы рәссам, аниматор. РФ кинематографистар союзы ағзаһы, РФ почетлы кинематографисы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, “Икар” милли анимация премияһы лауреаты.
Уның фильмдары күптән инде тамашасылар һөйөүен яулап алған, күп төрлө фестивалдәрҙә билдәләнеп үткән.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: