-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 11:55

Боронғо китаптар күргәҙмәһе

Был күргәҙмәнең үҙенсәлеге - 1920-30 йылдарҙа баҫылған башҡорт теле буйынса китаптар һәм әлифбаларҙы халыҡҡа танытыу.

БР Милли китапханаһында башҡорт теле буйынса быуатлыҡ уҡыу әсбаптары һәм әлифбаларҙан тупланған яңы күргәҙмә асылды. Ул етеп килгән Башҡорт теле көнөнә арнала.
Китаптар араһында «Новый башкирский алфавит» (Уфа: Октябрьский Натиск, 1927), Н.Т.Тагиров «Башкирская азбука» (Уфа: Октябрьский Натиск, 1924), «Яңы мәктәп» (Новая школа). (Уфа: Октябрьский Натиск, 1927), З.Н. Аюханов «Букварь» (Уфа: Башгосиздат, 1933), З.Ф.Кульбеков «Букварь для взрослых» (Уфа: Башгосиздат, 1936), Ю.И.Гареев «Букварь» (Уфа: Башгосиздат, 1939) уҡыу әсбаптары бар. Шулай уҡ «Башкирская грамматика» (Уфа: Башкнига, 1925), «Орфография башкирского языка» (Уфа: Башгиз, 1934), К.Х.Даянов «Стилистика» (Уфа: Башгосиздат, 1939), К.З.Ахмеров «Грамматика. Синтаксис» (Уфа: Башгосиздат, 1935), К.З.Ахмеров «Знаки препинания в башкирском языке» (Уфа: Башгиз, 1936), Х.Ш.Зиннатуллина «Башкирский язык (Грамматика и Правописание)» (Уфа: Башгосиздат, 1939), У.Х.Хуснутдинов «Учебник башкирского языка (Грамматика и правописание)» (Уфа: Башгосиздат, 1939), З.Ш.Шакиров и др. «Практический учебник башкирского языка». Первая книга (Уфа: Башкнига, 1928) китаптары ла индерелгән.
Күргәҙмә менән танышырға теләүселәр китапхананың төп корпусына эш көндәрендә 9 сәғәттән 20 сәғәткәсә килә ала.
Фотогалерея менән http://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=523 һылнамаһы аша танышырға мөмкин.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в