Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы районда «Бер фоторәсемдең тарихы» акцияһын иғлан итте һәм һуғыш йылы осорона бәйле бик күп ҡыҙыҡлы, тарихи ваҡиғаларға эйә булған фотоһүрәттәр йыйыуға өлгәште. Өсөнсө йыл ойошторолған «Ғаилә ҡомартҡыһы» милли премияһына район китапханаһы ошо акцияны тәҡдим итә һәм лауреат исемен алыуға өлгәшә.
Икенсе лауреат – «Ваҡыт һаҡсыһы» номинацияһында еңеүсе Айҙар Мәжитов. Бик күп йылдар тарих менән ҡыҙыҡһыныуы арҡаһында бик бай шәхси музейын ойоштора, шулай уҡ ул «Темәс» башҡорт тарихи мәҙәни үҙәге етәксеһе булып тора. Мәжитовтар конкурсҡа ғаилә ҡомартҡыһы итеп һаҡланған 4-се, 5-се быуатҡа ҡараған сармат хәнйәрен тәҡдим итә.
Ысынлап та үткәнең, тарих менән ҡыҙыҡһыныу ул бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. «Ғаилә ҡомартҡыһы» бөтә Рәсәй милли премияһының маҡсаты булып ғаилә тирихын,мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм уны киләсәк быуынға еткереү тора.