+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 12:40

Хәтер кисәһе

"Йылдарым, юлдарым"...

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театрының бәләкәй залында Заһир Вәлитовтың Хәтер кисәһе үтә. Ул "Йылдарым, юлдарым" тип атала.
Тамашасылар Заһир Вәлитовты бихисап сағыу ролдәре аша яҡшы белә: Аҡъегет (“Ай тотолған төндә), Вәли (“Тапшырылмаған хаттар”), Әптерәй (“Ҡыр ҡаҙҙары”), Яхъя, Хазбулат (“Әсәләр көтәләр улдарын”), Гефест (“Ташлама утты, Прометей!”), Хомичук (“Ярлыҡау”), Сәғәҙиев (“Ун өсөнсө председатель”) һ.б.
Заһир Суфиян улы 1995 йылда үҙен режиссер-ҡуйыусы булараҡ та күрһәтә, 2000 йылда “Аҡъял батыр” башҡорт халыҡ әкиәте буйынса инсценировка яҙа.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: