Тиҙҙән препарат медицина ойошмаларына бүлеп бирелә, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғына Башҡортостанға 1 532 763 доза грипп вакцинаһы килтерелгән, шул иҫәптән балалар өсөн 364 183 доза.
Вакциналар балаларға һәм өлкәндәргә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләү өсөн республиканың медицина ойошмаларына бүлеп бирелгән.
Грипҡа ҡаршы вакцина һалдырыу тураһында иң мөһим һорауҙарға яуаптарҙы бында уҡығыҙ.
https://www.bashinform.ru/news/1518843-v-bashkiriyu-postupili-dopolnitelnye-10-tysyach-doz-vaktsiny-protiv-grippa/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: вакцинация, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, грипп