+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 10:30

Ашауға яраҡлы... ҡалаҡтар

Японияла Башҡортостанда етештерелгән ашауға яраҡлы ҡалаҡтар менән ҡыҙыҡһыналар.

Республика Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты Япония сауҙа ассоциацияһын экспортҡа оҙатырлыҡ тауарҙар менән таныштырҙы. Улар араһында бал, кальцийлы сода, уттан һаҡлаған торба, шоколад һәм ашауға яраҡлы ҡалаҡтар. Ҡамырҙан баҫылған ҡалаҡ бер тапҡыр ҡулланыла торған пластик аналогын алмаштыра ала, тигән фекерҙә инвесторҙар.
Быйыл 8 ай эсендә Башҡортостан һәм Япония араһында тауар әйләнеше 24 миллион долларға еткән. Был үткән йылға ҡарағанда 35 процентҡа күберәк.
Читайте нас: