+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 17:45

Силәбелә башҡорт этнография музейы асыла

Өлкәлә башҡорт йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышырға мөмкин буласаҡ. Этнография музейы

тирмәлә урынлашасаҡ.
“Уралым” мәғлүмәт сараһы мөхәррире Нурия Иҡсанова:
- Был проект өлкәнең Ҡыҙыл районы Ҡарабулаҡ ауылында урынлашасаҡ. Уның төп маҡсаты - башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау. Проекттың авторы - Юлиә Страну. Ул шулай уҡ урындағы этноүҙәк "Алтын"дың етәксеһе булып тора. Шулай уҡ был проектҡа Сибайҙағы башҡорт дәүләт униыерситетынан Андрей Поминовтың да ҙур өлөшө бар. Тирмә арт-объект ҡына булып ҡулланылмай, тиҙҙән бында туристик үҙәк тә барлыҡҡа киләсәк. Юлиә Страну Һәм Андрей Поминов милләте буйынса башҡорт түгелдәр, әммә улар бай халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм телен бик яраталар.
https://bash.news/bash
СМИ "Уралым", Силәбе
Читайте нас: