-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 12:34

ЯҢЫ ЙЫЛҒА ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ

Өфөлә яңы йыл шыршыларын ҡуя башланылар. «Торатау» конгресс-холы һәм Салауат Юлаев һәйкәле янында

пиксель шыршыны ҡороу башланды. Былтыр властар Башҡортостандың туғыҙ ҡалаһы өсөн ошондай яһалма шыршы һатып алды. Иң бейек конструкция Өфөлә — 32 метр. Хаҡы – 20,8 миллион һум. Шулай уҡ баш ҡаланы биҙәү өсөн Италиянан башҡа фигуралы конструкциялар һәм иллюминация һатып алынды. Уҙған йылда баш ҡалала 18 байрам майҙансығы эшләне.
Әле ҡала райондары хакимиәттәре төп байрамға әҙерлекте башлай. Әйтәйек, Ленин районында алты боҙ ҡаласығы, ике һырғалаҡ, туғыҙ хоккей майҙансығы асылырға тейеш.
https://www.bashinform.ru/news/1517513-v-ufe-nachali-ustanavlivat-novogodnie-elki/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: яңы йыл, шыршы
Читайте нас в