+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 11:45

Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына - 125 йыл

Башҡортостанда скульптор, Салауат Юлаев һәйкәле һыны авторы Сосланбәк Тавасиев хөрмәтенә төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтә.

Конференция онлайн-тәртиптә 19 ноябрҙә уҙғарыла. Республика Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғарифты үҫтереү бүлеге етәксеһе Булат Зиннуров:
- Конференцияла дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ғалимдар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар өсөн түбәндәге темалар тәҡдим ителәсәк: "Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы", "Башҡортостанда һәм унан башҡа төбәктәрҙә сәнғәттә Салауат Юлаев образы", "Салауат Юлаев һәйкәле - мәҙәни мираҫ объекты", "Башҡортостан һәм Көнъяҡ Осетия сәнғәтендә Сосланбәк Тавасиевтың өлөшө", "Сосланбәк Тавасиевтың тормошо һәм ижады".
Башҡортостандың халыҡ рәссамы, скульптор Сосланбәк Тавасиевтың исемен мәңгелләштереү буйынса указға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
https://bash.news/bash
Читайте нас: