+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 10:30

Мәктәптәрҙе инфекциянан таҙартыу бара

Балалар каникулда саҡта мәғариф усаҡтары инфекцияға ҡаршы махсус шыйыҡса менән эшкәртелә.

Көҙгө каникулда мәктәптәге тынлыҡты дезинфекторҙар ғына боҙа. Махсус шыйыҡса һалынған 12 литрлыҡ һауытты күтәреп улар бүлмәләр буйлап үтә.
Маҡсат - яңы сирек башланғанға тиклем мәктәптәрҙе инфекциянан таҙартыу. Хлорлы шыйыҡса барлыҡ бактерияларҙы, шул иҫәптән коронавирусты ла юҡ итә.
Мәктәптәрҙән тыш, хәүефһеҙлек саралары балалар күпләп йыйылған барлыҡ учрежденимеларҙа ла үткәрелә. Өфөлә генә 79 үҫмерҙәр клубында дезинфекциялау саралары күрелә.
Рафиҡ Әхмәтшин
Читайте нас: