+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 11:20

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар онлайн-режимда үтте

Театр-филармониялар, китапханалар һәм музейҙар тура трансляциялар, онлайн-концерттар, виртуаль экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни, милли-мәҙәни үҙәктәр

социаль селтәрҙәрҙә “Тәмле, милли” тигән кулинар флешмоб уҙғарҙы. Нефтекама филармонияһы "Беҙ бергә" тигән онлайн-концерт әҙерләгән.
Учреждение хеҙмәткәре Лениза Ғиндуллина:
- Сарала сағыу концерт номерҙары, төрлө милләт йырҙары һәм бейеүҙәре тәҡдим ителде. Тамаша Нефтекама дәүләт филармонияһының YouTube каналында күрһәтелә.
Читайте нас: