“Сәнғәт берләштерә” тигән девиз аҫтында уҙғарыла. Башҡортостан Милли музейы “Сәнғәт төнө” уңайынан үҙенсәлекле саралар әҙерләгән. Онлайн экскурсия һәм күргәҙмәләр көн дауамында үткәрелә. “Уйын һәм викториналарҙа ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла”, - ти музей етәксеһе Марат Зөлҡәрнәев.
“Сәнғәт төнө” акцияһына театр, китапхана, ижади коллективтар ҡушыла. Саралар программаһы менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға була.