+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 10:45

Байрам саралары - онлайн-форматта

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар быйыл онлайн-форматта үтә. Был республика халҡына берләшергә һәм күмәкләп төрлө интернет челендж, флешмобтарында ҡатнашырға мөмкинселек бирә. 3 ноябрҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары

“Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Ул “Сәнғәт берләштерә” девизы аҫтында үтә. Театрҙар, филармониялар, китапханалар һәм музейҙар тура трансляциялар, онлайн-концерттар, виртуаль экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Тулы программа менән БР мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
3-8 ноябрҙә онлайн форматта www.miretno.ru сайтында бишенсе тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” Халыҡ-ара акцияһы ойошторола.
4 ноябрҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле #Танцуютвсе бөтә Рәсәй флешмобына ҡушыла.
2-4 ноябрҙә БР халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәре #ВкуснонациональноБашкортостан аш-һыу флешмобында ҡатнаша.
Шулай уҡ 2-4 ноябрҙә #Сильныеединые балалар һүрәттәре акцияһы уҙасаҡ.
Популяр артистар, блогерҙар социаль селтәрҙәрҙә Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” шиғырын яттан һөйләйәсәк.
Шулай уҡ БР мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшереүҙәр үҙәге М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә онлайн түңәрәк өҫтәл ойоштора.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: