+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 11:00

Республикала мәктәп каникулдары оҙайтылды

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Роспотребнадзор етәкселәре уҡыусыларҙың ял ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итте.

Башҡортостанда көҙгө мәктәп каникулын 9 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде, тип белдерҙеләр коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышынан һуң Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, СOVID-19 менән бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында уҡыусылар каникулға бер аҙнаға алданыраҡ — 17 октябрҙә үк сыҡты. Уҡыуҙар киләһе кесаҙна, 5 ноябрҙә, башланырға тейеш ине. Уҡыусыларҙы аҙна аҙағына тиклем каникулда ҡалдырырға хәл ителде. Улар өсөн дәрестәр 9 ноябрҙә башлана.
«Беҙ инкубация осорон өҙөрбөҙ һәм балаларыбыҙ элекке кеүек мәктәпкә йөрөй алыр», – тине Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/1515322-v-bashkirii-shkolnye-kanikuly-prodleny-do-9-noyabrya/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: мәктәп каникулы
Читайте нас: