-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 14:18

Беҙҙе йәнә бер ҡайғылы хәбәр тетрәтте

Халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыусы, милли ғорурлығыбыҙ, сәнғәт ҡаҙанышыбыҙ булған бейеүҙәребеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән башҡорт бейеүенең аҡһаҡалы Радмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 89 йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.

1931 йылда БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле районы Ҡотош ауылында тыуған. БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы. 1952 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1973 йылдан алып директор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры була. 1986-2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм баш администраторы вазифаларында эшләй. Радмир Бәҙретдинов ижадында халыҡ бейеүе традициялары сағыу театраллек башланғысы менән тәбиғи үрелеп килә. Артистың комик һәләте “Столяр” (“Ғашиҡ төҙөүселәр”), Кейәү егет (“Кейәү егет”), Бай улы (“Сәкән”) образдарында асыҡ сағыла. "Өс туған” бейеүендә Өлкән ағай –аҡыллы һәм шаян ҡарт образын бик оҫта башҡара. Радмир Сәрүәр улы ҡатнашлығында “Тау мариҙары”, “Әпипә” бейеүҙәре башҡарыу оҫталығы һәм актерлыҡ һәләте өлгөһө булып тора. Радмир Бәҙретдинов - киң танылыу алған халыҡ бейеүсеһе. Ижад юлын актер булараҡ башлаған шәхестең күңеле бейеү сәнғәтенә тартыла. Өфө сәнғәт училищеһының актер бүлеген тамамлағандан һуң Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булып эш башлай. Уның башҡарыуындағы «Сәкәй»ҙәге бай малайы, «Ғашиҡ төҙөүселәр»ҙәге балта оҫтаһы, «Өс туған» бейеүендәге шаян бабай образдары әле булһа халыҡ хәтерендә. Радмир Бәҙретдинов бейеү сәнғәте тип янып йәшәне. Был тәңгәлдә илһамланып, киң яҡлы эшмәкәрлек алып барҙы. «Байыҡ» республика телевизион бейеү бәйгеһе баһалама ағзаһы булараҡ, башҡорт бейеүҙәрен һаҡлауға, халыҡ ынйыларын халыҡҡа еткереүгә ҙур өлөш индерҙе. Йәш быуын менән һөнәри маһирлығын бүлеште.
Йәне йәнәттә булһын инде...
Читайте нас: