+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 10:45

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре - Свердловск өлкәһендә

Был аҙнала Свердловск өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Сара башлыса онлайн-форматта уҙғарыла. Уның сиктәрендә

түңәрәк өҫтәл, өлкәнең башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу планлаштырылған.
Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Тюменцева һөйләй.
- Был осрашыуҙа Свердловск өлкәһенең эске сәйәсәт департаментының директоры Антон Валерьевич Третьяков, Свердловск өлкәһенең мәҙәниәт министры Светлана Николаевна Учайкина, башҡорт ғалимдары һәм дә бөтә өлкәнең ҡоролтай рәйестәре ҡатнашасаҡ. Беҙҙең тема "Урал башҡорттары, тарих һәм этнография" тип атала
Сара сиктәрендә 4 ноябрҙә “Беҙ бергә” исемле мәҙәни фестиваль ойошторола.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Рәсәй төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, тарихи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, фольклорҙы, телде һәм йолаларҙы һаҡлау, халыҡ-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында үткәрелә.
https://bash.news/bash
Читайте нас: