«Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле 4 ноябрь ял була. Шулай итеп, ноябрҙең тәүге аҙнаһында дүрт көн — 2 һәм 3 ноябрҙә, шулай уҡ 5 һәм 6 ноябрҙә эшләйбеҙ», — тип хәбәр итте ТАСС.
Шишәмбе, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәйҙәрҙе киләһе ҡыҫҡа эш аҙнаһы декабрь аҙағында ғына көтә.
Быйыл 31 декабрь кесаҙнаға тап килә һәм ҡыҫҡа эш көнө булып тора. Яңы йыл каникулдары 2021 йылдың 1 ғинуарынан 10-ына тиклем дауам итә.
https://www.bashinform.ru/news/1513763-v-nachale-noyabrya-rossiyan-zhdet-korotkaya-rabochaya-nedelya-/
Теги: Халыҡтар берҙәмлеге көнө