+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 10:45

Халыҡ ижады - йәнһүрәттәрҙә

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы батырҙар тураһындағы башҡорт әкиәттәре нигеҙендә анимация фильмы әҙерләй.

Йәнһүрәт ун минутҡа иҫәпләнгән, рус телендә донъя күрәсәк.
Батыр юл ярған мажаралы сәйәхәткә йүгеректән тыш, һыу йотоусы менән уҡсы ла сыға. Тап улар егеткә батша ҡуйған һынауҙарҙы уңышлы үтеп, яратҡан ҡыҙының йөрәген яуларға ярҙам итәсәк. Анимация фильмында аждаһа образы ла сағылыш тапҡан. Йәнһүрәт сценарийы башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп яҙылған. Проект авторы – мультипликатор Рим Шәрәфетдинов:
- Батырҙар тураһында яҙылған бер нисә башҡорт әкиәтен һайлап алып, иң ҡыҙыҡлы мәлдәрен берләштерҙек. Бер герой ҡатнашлығында мажаралы тарих яҙылды. Сценарий буйынса персонаждарҙың сағыу типаждары төшөрөлдө. Әле фильмдың анимацияһы өҫтөндә эшләйбеҙ.
Һүрәттәр сканер ярҙамында компьютерға күсерелә, артабан махсус программала биҙәлеп, хәрәкәткә килә. Алтын бөртөкләп йыйылғандай, был бик ҡатмарлы эш, өс секундлыҡ кадрҙы монтажлау ғына бер көн дауам итеүе ихтимал. Тауҙар, ҡаялар, күлдәр - анимация фильмында Башҡортостан тәбиғәтенә оҡшаш фондар ҙа әҙерләнә.
Әле йәнһүрәт музыкаль яҡтан биҙәлә. Милли музыка ҡоралдары – ҡурай, ҡубыҙ ярҙамында яңы көйҙәр яҙыла. Декабрҙә билдәле актерҙар ҡатнашлығында персонаждарҙы тауышландырыу ҙа ҡаралған.
Ун минутҡа иҫәпләнгән анимация фильмы Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы грантына төшөрөлә. Проектты тормошҡа ашырыуға яҡынса 900 мең һум аҡса йүнәлтелгән. Декабрь аҙағында ул тамашасылар хөкөмөнә сығарыла.
Башҡортостан кинематографияһында анимация йүнәлешенә иғтибар артты. Республика хөкүмәте заказы буйынса «Төньяҡ Амурҙары» тип аталған 55 минутлыҡ йәнһүрәт тә әҙерләнә. Уның өҫтөндә «Муха» студияһы эшләй. Башҡорт хәрбиҙәрен сағылдырған анимация фильмы киләһе йыл киң прокатҡа сыға.
Гөлназ Хәйбуллина
https://bash.news/bash
Читайте нас: