Был сараның девизы – «Сәнғәт берләштерә». Әлеге йылда акция онлайн-рәүештә уҙасаҡ. «Сәнғәт төнө» акцияһына Өфөләге китапханалар ҙа ҡушыла. Улар баш ҡалабыҙҙа йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн күп кенә саралар ҙа әҙерләгән. Ниндәй тамашалар ойоштороласағын белгегеҙ килһә, һәр китапхананың сайтына инеп ҡарай алаһығыҙ.