+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2020, 13:00

Миңлеғәле Шайморатовҡа иң яҡшы һәйкәл конкурсы 20 ноябргә тиклем дауам итә

Конкурста ҡатнашыуға үҙҙәренең проекттарын бәйге шарттарына ярашлы тәҡдим иткән һөнәр оҫталары саҡырыла. Ижади конкурс бер турҙа үтәсәк. Конкурсанттар комиссия ҡарамағына буласаҡ һәйкәл проектының

40 сантиметрҙан да кәм булмаған һәм үҙҙәре теләгән материалдан эшләнгән өс үлсәмле моделен тәҡдим итергә тейеш. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар, график һәм башҡа материалдарҙы 20 ноябргә тиклем «Торатау» конгресс-холы директорының ҡабул итеү бүлмәһенә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем тапшырырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 276-55-00. Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл Өфөнөң Совет майҙанына ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: