+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2020, 17:00

Урал аръяғының илаһи матур Баймаҡ еренә ял итергә килегеҙ!

Баймаҡ районында, зәңгәр һыулы Талҡаҫ күле буйында бик ҙур киләсәкле, заманса йыһазландырылған “Талҡаҫ” шифаханаһы бар икәнен күптәр ишетеп кенә белә. Үҙ еребеҙҙә, үҙ халҡыбыҙ өсөн бына тигән итеп ял итеү өсөн мөмкинлек тыуҙырылған икән, әүҙемерәк файҙаланайыҡ беҙ ошо хазинаны.

Ошо көндәрҙә Талҡаҫ күле янында урынлашҡан шифаханала заман талаптарына яуап биргән өр-яңы корпус сафҡа инде. Уны асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башфармация” предприятиеһының генераль директоры Салауат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин, урындағы имам-мөхтәсиб Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин һәм башҡалар ҡатнашты. Күркәм саранан Иҫән ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы. “Яңы асылған дүртенсе корпуста 36 урынлыҡ 18 бүлмә ял итеүселәрҙе бөгөндән үк ҡабул итергә әҙер. Бер секция социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн әҙерләнгән. Бында йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге булдырылған: йылы һәм һыуыҡ һыу бар, бинаға “зәңгәр ут”, IP-телевидение, “Wi-Fi” тоташтырылған. Бөтә бүлмәләрҙә лә янғын һүндереү ҡорамалдары урынлаштырылған, – ти шифахана директоры Шамил Мәмбәтов. Әйткәндәй, мебелдәргә, яҫтыҡ-түшәктәргә шифахананың логотибы һуғылған. Әле бында республиканың төрлө ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 45 кеше ял итә. “Талҡаҫ” шифаханаһы төрлө йылдарҙа ауыр иҡтисади һынылыш кисерә. Ул 1931 йылда Түбә руднигының ял итеү базаһы булараҡ барлыҡҡа килә, 1933-тә “Баймаҡ” ял йорто итеп үҙгәртелә. 2005 йылда “Талҡаҫ” шифаханаһы тигән статусҡа эйә була. 2017 йылда ябылыу ҡурҡынысы янаған шифахананы “Башфармация” предприятиеһы үҙ ҡанаты аҫтына алды. Етәкселектең киләсәккә пландары ҙур: ике корпус яңынан реконструкцияланасаҡ, йөҙөү бассейны булған ял итеү корпусы төҙөләсәк. Шифахана шифалы ҡымыҙы менән дан тота. Күптән түгел Учалы районында “Талҡаҫ” исеме аҫтында минераль һыу етештерелә башлаған, уның базаһын Талҡаҫ күле янына күсереү планлаштырыла. Шулай уҡ “Салауат Юлаев” хоккей командаһы менән хеҙмәттәшлек алып барыла. Районда туризмды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән “Талҡаҫ” шифаханаһы ял итеүселәрҙе көтөп ҡала.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: