+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 11:00

Режиссер Айнур Асҡаров яңы фильм төшөрә

«Йыл ғаиләһе» исемле фильмды А.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында режиссер Айнур Асҡаров төшөрә. - «Йыл ғаиләһе» - «Өфөнән һөйөү менән» фильмының мәғәнәүи дауамы ғына, ысынында иһә ул бөтөнләй икенсе картина, — тине Айнур Асҡаров. Фильм 5 миллион һум отоу өсөн «Йыл ғаиләһе» конкурсына китеп барған Рәхмәтуллиндар

ғаиләһе тураһында бәйән итә. Был аҡса уларға ипотека бурысын ҡаплау өсөн кәрәк.
— Ошо бурыс менән улар бер-береһен яратыуы тураһында онотҡан. Тормошта иң мөһиме аҡса түгел, ҡайһы саҡта уның артынан ҡыуып, ғаиләбеҙ, яҡындарыбыҙ хаҡында онотоп китәбеҙ, һәм ошондай юл беҙҙе берләштерә. Кино тап шул хаҡта. Еңеү түгел, ә бергәләп ҡатнашыу мөһим, — тине режиссер.
Юлдағы хәл-ваҡиғаларҙы Әбйәлил районында төшөргәндәр, хәҙер был эш Өфөлә дауам итә. Фильмдың яртыһы төшөрөлгән дә инде, тағы яртыһын, өйҙәге күренештәрҙе төшөрөргә кәрәк. Бер аҙна буйына «Башҡортостан» дәүләт концерт залында эшләйҙәр. Ә кисә ижади төркөм Ағиҙел күперендә тығын кадрҙарын төшөрҙө. Бының өсөн көндөҙ Өфөгә ингән күперҙе биш сәғәткә яптылар.
Фильмды 2021 йылдың март-апрель айҙарында сығарыу планлаштырыла.
— Хәҙер уның ваҡытын әйтеүе ҡыйын, бөтә ерҙә лә вирус, изоляция, пандемия һәм башҡалар. Билдәләнгән ваҡытҡа фильм әҙер булыр тип ышанам, — тине Айнур Асҡаров.
https://www.bashinform.ru/news/1510795-semki-komedii-roud-muvi-semya-goda-nachalis-v-ufe/
Ләйлә Аралбаева
Теги: кино
Читайте нас: