+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 13:18

Башҡорт батыры исеме мәңгеләштерелде

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында Баяс батыр иҫтәлегенә стела асылды. Изге эш республика «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә башҡарылды.

Халҡыбыҙҙың яугир улы Баяс батыр колонизаторға ҡаршы һуғыша. Тап ошо ерлектә Һаҡмар буйында оҫта йырсы, сәсән телле Баязитдин йәшәй. Ул үҙенең бер туған апаһы менән бергә, билгә һөңгө тағып, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, иң яҡшы уҡсыларҙы йыйып, команда төҙөй. Улар Ирәндек буйлап күсеп йөрөй. Баяс батыр ижад иткән йыр бөгөн Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе оҫта ҡурайсылар Рәмил менән Рәил Хәсәновтар башҡарыуында яңғыраны.
Һәр бер ауылда тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар була.Түбәнге Яйыҡбай боронғоларҙан иҫәпләнә. Сығышы менән ошо ауылдан булған Рәмил Хәсәновтың Бик күп йылдар күңел түрендә алып йөрөгән хыялы тормошҡа ашты. Урында башҡорт батыры Баясҡа стела асылды.
Был көндө Түбәнге Яйыҡбай ауылында Ҡоролтай аллеяһы ла ултыртылды. Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы быйыл Рәсәй Президенты гранты алыу өсөн конкурста ҡатнашты һәм еңеп сыҡты. Бүленгән аҡсаға райондың 10 ауылында Һаҡмар йылғаһы буйында халыҡ ярҙамында бөтәһе 2 мең төп ҡарағай йәки ҡайын ағастарын Аллея формаһында ултыртып, уларҙы кәртәләп алыу маҡсатын ҡуйылды. Бөгөнгө көндә бөтә был эштәр тамамланыу алдында. Барлыҡҡа килгән Аллеялар Ҡоролтай аллеялары тип аталды.
Ҙур булмаған ауыл гөрләп йәшәй, элекке мәктәпте клуб итеп үҙгәрткәндәр. Мәҙәни усаҡта төрлө осрашыуҙар,кисәләр үтә. «Түбәнге Яйыҡбай ауылының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге» тип исемләнгән конференцияла ауыл халҡы мөһим мәсьәләләр менән сығыш яһаны.
Республикаға билдәле, бик күп арҙаҡлы шәхестәр сығарған Түбәнге Яйыҡбай ауылы бөгөн икенсе һулыш кисерә. «Айыҡ ауыл» конкурсы иһә ауылдаштарҙы берләштереп, уларҙы тағы ла изге ниәттәргә әйҙәй.
https://bash.news/bash
Читайте нас: