+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 12:14

Ейәнсура районы 90 йыллығын билдәләне

Иҫтәлекле датаны ейәнсуралар төрлө өлкәләрҙә күркәм ҡаҙаныштар менән ҡаршылай.

Юбилей уңайынан төбәктә тантаналы сара үтте. Район вәкилдәренә юбилей миҙалдары, төрлө ведомстволарҙың Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Район юбилейына арналған тантанала хеҙмәт уңғандарын тәбрикләү байрамдың төп сараһына әүерелде. Төбәк данын республика, ил кимәлендә күтәргән замандаштарыбыҙға юбилей миҙалдары, төрлө ведомстволарҙың Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Район тарихын ошо төбәктән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәре тағы ла байыта. Юбилей уңайынан күренекле дәүләт эшмәкәре, 1967-1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумын етәкләүсе Фәйзулла Солтановтың музейы асылыуы быға асыҡ миҫал. Фәйзулла Вәли улы тыуған яғы өсөн дә күп изге эштәр башҡара. Һүрәм йылғаһы аша күпер төҙөү, унда тәүге автобус маршруты һалыу мәсьәләһен хәл итеүгә ярҙамлаша.
Иҫтәлекле датаны ейәнсуралар төрлө өлкәләрҙә күркәм ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Заманса йыһазландырылған, һәр яҡлап хәүефһеҙлек нормаларына тап килгән «Әкиәт» балалар ҡаласығын Иҫәнғол ауылы халҡы юбилей бүләге тип ҡабул итте.
Район юбилейы көнөндә Ишемғол ауылында яңы мәсет асыу тантанаһы ла үтте. Үҙ көстәре менән иман йортон төҙөүгә ирешкән ағалы-ҡустылы Шәриповтар мәсеткә аталарының исемен биргән. Яңы асылған мәсеттә яҡташтар бер-береһенә һаулыҡ, илгә именлек теләне. Пандемияға бәйле, байрамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәлде.
Азат Ғәлиуллин
Читайте нас: