Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе октябрь башында республиканың көньяҡ райондары өсөн ковид-госпиталь төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Яңы медицина учреждениеһын 15 декабргә асыу планлаштырыла. Үҙәккә ҡабул итеү-диагностикалау һәм операция бүлектәре, акушерлыҡ-гинекология блогы, бактериологик лаборатория һәм 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡ инәсәк. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министры төбәктә яңы клиник үҙәк төҙөү башланғысын хуплап сыҡты.