+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 16:14

Йәш режиссерҙарҙың фестивале

Өфөлә урам киноһы фестивале үтте. Тамашасылар йәш режиссерҙарҙың ҡыҫҡа метражлы фильмдарын ҡарай һәм улар өсөн фонарҙәрен яҡтыртып

тауыш бирә. Фильмдар Рәсәйҙең 600 ҡалаһында күрһәтелә.
Миҙгел аҙағында тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса быйыл төшөрөлгән иң һәйбәт фильм билдәләнәсәк. Артабан еңеүсе үҙенең дебют проектын төшөрөүгә миллион ярым һум аҡса ала. Фестиваль 2014 йылда Алыҫ Көнсығышта барлыҡҡа килгән. Ошо ваҡыт арауығында мәҙәни сара 40 мең километрҙан ашыу юл үтеп, миллиондан артыҡ тамашасы йыйған һәм иң оҙаҡ сәйәхәт итеүсе фестиваль булараҡ рекорд ҡуйған.
Гөлдәриә Йосопова
Читайте нас: