Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хыялға ҡаршы» спектакле бер нисә тапҡыр төрлө театр фестивалдәрендә ҡатнашты. «Алтан сэргэ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә (Улан-Удэ, Бүрәт Республикаһы, 2016) «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» һәм «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткән һәм яңы театр телен эҙләгән өсөн» махсус призына лайыҡ булды, «Театр яҙы» республика фестивалендә (Өфө, 2017) «Иң яҡшы режиссура» номинацияһында еңеп сыҡты, «Коляда-plays» халыҡ-ара заманса драматургия фестивалендә (Екатеринбург, 2017) «Иң яҡшы режиссура» номинацияһында еңеүсе.