-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 10:50

Саҡмағошта тағы бер парк һәм арт-объект!

Районыбыҙҙың көндән-көн матурланыуына ҡарап һоҡланмайса мөмкин түгел. Башҡа райондарҙа, күрше өлкәләрҙә, республикаларҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ғәзиз тыуған еребеҙ - Саҡмағошобоҙ, иң алдынғы, заманса төҙөкләндерелгән төбәктәрҙең береһе булыуы менән сикһеҙ ғорурланып йәшәй.

Беҙҙең Саҡмағош районы ерлегендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тарафынан иғлан ителгән «Башҡортостанда зауыҡлы биләмәләр йылы” уңайынан да бихисап эштәр башҡарылды. Ул, әлбиттә, районыбыҙҙың тарихи үҙәгендә булған Ғаилә менән ял итеү паркы. Әле лә ошо матур эштәр дауам итә. Яңыраҡ ҡына Саҡмағошта тағы бер парк барлыҡҡа килде. Ул иһә ЗАГС бүлеге алдында төҙөлгән. Шулай уҡ парк эргәһендә генә зәңгәрһыу шыршыларҙан торған аллея ултыртылған. “Саҡмағош-Арена” ябыҡ боҙ шыуғалағы буйында “Башҡортостан” арт-объекты ҡуйылды.
“Район мәҙәниәт йорто бинаһы һәм ЗАГС бүлеге алдындағы парк проекты Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булып һәм Саҡмағошобоҙҙоң 90 йыллығы хөрмәтенән тормошҡа ашырылды. Хәҙер йөрәктәрен бергә тоташтырған, никахлашҡан парҙарыбыҙ иң бәхетле минуттарын иҫтәлеккә фотоһүрәтләү өсөн бына тигән мөмкинлектәр аса паркта урынлаштырылған фотозоналар. Ә районыбыҙҙың ғашиҡ егет һәм ҡыҙҙары бында инде кис менән осрашыуҙар билдәләй” , - ти Саҡмағош район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә.
Үҙебеҙ ҙә ҡайҙа ғына булһаҡ та, кем менән генә аралашһаҡ та, тыуған яғыбыҙҙың гүзәллеге хаҡында һөйләйбеҙ, фотоларын күрһәтмәйенсә булдыра алмайбыҙ.
Юлай Низаев, “Саҡмағош сатҡылары” әҙәби-ижад берләшмәһе етәксеһе урынбаҫары,
Саҡмағош районы.
Читайте нас: