+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 12:18

«Рәсәйҙең Туризм һылыуҡайы-2020» конкурсы үтте

Чебоксар ҡалаһында (Сыуаш Республикаһы) «Рәсәйҙең Туризм һылыуҡайы-2020» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы тамамланды. Унда Башҡортостандан Татьяна Политова ҡатнашты.

Башҡортостан менән таныштырғанда ҡыҙ милли кейемде күрһәтте һәм республика хаҡында һөйләне. Конкурс йомғаҡтары буйынса Татьяна Политова сибәр ун ҡыҙ иҫәбенә инде һәм «Тамашасылар һөйөүе һылыуҡайы» исемен яуланы.
Һылыуҡайға 19 йәш. Татьянаның «Өфө һылыуҡайы-2018» һәм «Башҡортостан һылыуҡайы-2019» тигән исемдәре лә бар. Ҡыҙ спорт менән шөғөлләнә, сноубордта, тау саңғыһында шыуырға, волейбол уйнарға ярата, шулай уҡ музыка менән шөғөлләнә.
https://www.bashinform.ru/news/1509467-na-konkurse-miss-turizm-rossii-2020-bashkirskaya-krasavitsa-zavoevala-priz-zriteley/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: гүзәллек конкурсы
Читайте нас: