-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 17:22

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Бибисара Азаматова арабыҙҙан китте...

Популяр эстрада йырсыһының коллегалары хәбәр итеүенсә, ул ковид-госпиталдә дауаланған.

Бибисара Азаматова — үҙенсәлекле яҙмышлы кеше. 1949 йылдың 21 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында секретарҙан алып директорға тиклем үрләй, «Нур» рестораны директоры була. Хеҙмәт ветераны, атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре.
Әммә уның бөтә ғүмере йыр менән бәйле ине. 1997-1998 йылдарҙа Фәриҙә Ҡудашеваның тәҡдиме менән Бибисара Азаматова «Өфө-Ҡазан-Болғар » теплоходында башҡорт-татар концерттарында ҡатнаша башлай. 2006 йылда тыуған районында тәүге концерты ойошторола, аккомпаниаторҙар булып республикала танылған баянсылар Ридик Фәсхетдинов, Илшат Яхин, Хәлит, Илшат һәм Айнур Фәтиховтар сығыш яһай.
«Башинформ» йырсының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
https://www.bashinform.ru/news/1509935-v-ufe-skonchalas-populyarnaya-estradnaya-pevitsa-bibisara-azamatova/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: юғалтыу
"Тамаша" журналы мөхәрририәте лә билдәле йырсы Бибисара Азаматованың яҡындарының ауыр ҡайғыһын бүлешә. Уның яҡты образы, йөрәккә үтеп ингән йырҙары беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр..
Читайте нас: