+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 23:16

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына - 101 йыл

Был көндә уның һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы матур традицияға әйләнде.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Өфө ҡалаһы ҡала округы, Өфөнөң Киров, Ленин райондары һәм һүҙ оҫтаһының яҡташтары – Шишмә районы делегацияһы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы менән берлектә үткәрелде бөгөнгө сара. Олуғ әҙиптең ижадын ихтирам итеүселәр, яратыусылар ҙа ситтә ҡалманы.Һүҙ оҫтаһының тыуған көнөн оло байрам итеп уҙғарыу – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективы өсөн үҙе ҡыуаныслы ваҡиғаға әүерелә. Бөгөн театрҙың YouTube каналында әҙиптең шиғырҙары, йырҙары һәм әҫәрҙәренән өҙөктәр тупланған видеотаҫма һәм кис архив фондынан “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен ҡарарға мөмкин.
Театрҙың әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина
Читайте нас: