“Еңеү йылы” исемле программа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Унда яңы номерҙар күрһәтеләсәк: Арина Трофимова Василий Партушаның “Месяц Май” йырын башҡара, ансамбль оркестры «Рио-Рита» композицияһын уйнаясаҡ. Шулай уҡ программаға «Солдатская пляска» һәм «Яблочко», «Илкәйем», «Маршрут» постановкалары, «Песни военных лет», «Байыҡ» вокал әҫәрҙәре индерелгән.