+4 °С
Облачно
Новости
19 Октября 2020, 03:15

Хәйбулла районында яңы ФАП асылды

Объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә сафҡа инә. Бинала пациенттарҙы ҡабул итеү һәм процедуралар уҙғарыу өсөн айырым бүлмәләр һәм махсус ҡорамалдар ҡаралған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында яңы ФАП асылды
Зәлиә Рәис ҡыҙы Татырүҙәк ауыл ФАП-ында фельдшер булып былтыр ғына эш башлай. Йәмғеһе ул меңдән ашыу кешене хеҙмәтләнерә. Халыҡ фельдшерҙың эше менән ҡәнәғәт, әммә барыһын да фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһының иҫке булыуы борсой. Ниһайәт, өр-яңы медицина учреждениеһы сафҡа инә. Ул заман талаптарына яуап бирә: пациенттарҙы ҡабул итеү, медицина персоналы, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре төҙөлә. Йылытыу системаһы эшләнгән, канализация селтәре үткәрелгән, аҙ мобилле граждандар өсөн пандус та ҡаралған.
Зәлиә Таҡаева, Татырүҙәк ауылы фельдшеры:
- Беҙҙең ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүгә бик шатбыҙ, ныҡ көткәйнек. Бында яңы мебель-ҡорамалдар, иркен һәм киң бүлмәләр. Яҡын арала тағы ла яңы йыһаздар килтереләсәк.
Әлфинә Килдейәрова
Читайте нас