Тарихи материалдар йыйыу буйынса эш өс ай дауам иткән. Экспонаттар 19-20-cе быуаттарҙа Төркөстанда йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдыра. Күргәҙмәлә экспедиция документтарынан тыш, һыбайлыларҙың ат кәрәк-яраҡтары, керамик һауыт-һаба, зауыҡлы туҡымалар, милли кейемдәр менән танышырға мөмкин.
Эльвира Хәмиҙуллина, Башҡортостан милли музейының этнография бүлеге мөдире:
- Күргәҙмәне ойоштороу ысын мәғәнәһендә детективҡа әйләнде. Төркөстан экспедицияһы документтарын, тарихи материалдарҙы туплауға, уларҙы өйрәнеүгә күп көс һалынды. Эш йылдам барҙы. Республика халҡына 90-ға яҡын экспонат тәҡдим итәбеҙ.