Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы донъя күрҙе. Рус яҙыусыһы Леонид Соболев билдәләүенсә, Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын белмәй тороп, башҡорт халҡының тормошон аңлау һис мөмкин түгел.
Һәҙиә Дәүләтшина – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан күренекле яҙыусыларҙың береһе. Яҙыусы «Ырғыҙ» романында тарихи әһәмиәткә бай булған ҙур дәүерҙе ала. Автор 1902-1922 йылдарҙағы башҡорт халҡының тормошон, революция йылдарында, Граждандар һуғышы осоронда иҙеүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшен, большевиктар партияһы етәкселегендә бәхетле тормошҡа сығыуын күрһәтә.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы