+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 09:00

“Әбейҙәр сыуағы бынауы автобусҡа ултырып китте ахыры...” тип атала был фотоһүрәт

“Тере тупраҡ” төркөмөнә инһәгеҙ бындай матур фотолар, һүрәттәрҙе бик күп күрергә була. Зауыҡлы тамашаға юлыҡҡандай, төркөмдө тиҙ генә ташлап сығып китеп булмай икәненә үҙегеҙ үк инанырһығыҙ.

“Әбейҙәр сыуағы бынауы автобусҡа ултырып китте ахыры...” тип атала был фотоһүрәт. Зилиә Нурғәлиеваның диуарынан алынды. Күҙ асып йомған арала булған шул матурлыҡты тойоп, тотоп алыу, һәм ошо гүзәллекте йөрәгенә һыйҙыра алмай, матурлыҡ һөйөүсе дуҫтары менән уртаҡлаша һалыуы – Зилиәнең төп һыҙатылыр моғайын. Ул әйләнә-тирәләге ябай ғына күренештәрҙе лә үҙенсә, нәҡ рәссамдарса күрә һәм шуны ниндәйҙер бер илаһи биҙәктәргә биҙәп тапшыра ала. Театр рәссамына хас булған эске тойомлауы, халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәренә, мәҙәниәте һәм сәнғәтенә иғтибары һәм ихтирамы, һөнәри белеме, уны “Тере тупраҡ” тип аталған бик эстәлекле төркөм асырға этәрә. Исеменә үк тәрән мәғәнә һалынған был төркөмдә рус һәм башҡорт телендә бик күп фәһемле һәм ҡыҙыҡлы факттар, тарихи сығанаҡтарҙан өҙөктәр, башҡа бер ҡайҙа ла ҡабатланмаған мәғлүмәт табырға була.
Зилиә Нурғәлиева ижад дәүеренең байтаҡ йылдарын Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына бағышлай. Бик күп спектаклдәрҙең сәхнә биҙәлешен тәьмин итә. Театр рәссамы - театрҙа тылсымлы мөхит тыуҙырыусы бит ул. Тылсым уның башында идея булып тыуа, ҡулдары менән эскиз һәм макеттар яһала. Уның эше күҙгә күренмәгән дә һымаҡ, әммә, нәҡ уңышлы декорация, сәхнә биҙәлешә тамашасы хәтерендә оҙаҡ ваҡыттар һаҡлана, тылсымы менән күптәрҙе әсир итә. Әгәр Зилиә Нурғәлиеваның үҙенең диуарына (https://vk.com/zilusn) инеп ҡараһағыҙ ҙа, “Тере тупраҡ” төркөмөнә (https://vk.com/club174854555) инһәгеҙ ҙә, зауыҡлы тамашаға юлыҡҡандай, тиҙ генә ташлап сығып китеп булмай икәненә инанырһығыҙ. Силәбе өлкәһендә, хәрби ҡаласыҡта тыуып, ҡала мөхитендә үҫкән бик күп милләттәштәребеҙ кеүек башҡорт әҙәби телендә һөйләшеү Зилиәгә ауыр бирелһә лә, ундағы илһөйәрлеккә, милли рух көсөнә күптәр көнләшерлек һәм өлгө алырлыҡ. Тамырҙары һутлы Баймаҡ еренән, Темәс, Иҫән ауылынан булған, Хоҙай тарафынан һәләт бирелгән ҡыҙ тыуған яҡтарының матурлығына һоҡланмай нисек йәшәһен инде! Балалары, ейәндәренә һөйөнөп, үҙ өйөндә, үҙ ерендә, үҙ мөхитендә ижад итә был көслө ҡатын. Әлеге ваҡытта Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй ул. Был даланлы һәм талантлы коллектив Өфө тамашасыларына «Милли ризыҡ – тәнгә шифа, йыр-моңдары йәнгә шифа» исемле концерт программаһы алып килә. Сәхнә реквизиттары, биҙәлеше нәҡ Зилиә Нурғәлиева ҡулдары менән булдырылған.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: